Башҡортостанда яғыулыҡ ярҙамында осҡан тәүге пилотһыҙ аппарат уйлап табылды

Өфө блогерҙары етештергән яңы ҡоролмаға ил кимәлендә тиңдәр юҡ. Тиҙлеге сәғәтенә 130 саҡрымға тиклем етә. Тәүге һынауҙы ул баш ҡаланан Стәрлетамаҡҡа тиклемге юлды сәғәт ярым эсендә үткән. Бөгөн Кушнаренко районының «Первушин» аэродромында дрондың сираттағы үҙенсәлеге һыналды.

Тимур Теләүбаев пилотһыҙ осоусы аппаратты уйлап табыусыларҙың береһе. Башҡорт дәүләт университеның радиофизика факультетын тамамлаған Бөрйән районы егетенең был тәүге ҙур ҡаҙанышы. Быға тиклем дә ул техника етештереү менән ҡыҙыҡһынған. Әммә бындай кимәлгә беренсегә ирешеүе. Үҙенсәлеге күп төрлө. Ул аккумулятор ярҙамында түгел, ә бары тик 95-се маркалы яғыулыҡ ярҙамында ғына оса.

Пилотһыҙ осоусы аппаратҡа йөҙҙәрсә саҡрымды үтеүгә ике литр яғыулыҡ етә. Билдәләнгән арауыҡтағы рейсты ул кеше ярҙамынан тыш та башҡара ала. Бары маршрут һалыу ғына кәрәк.

Был осоусы аппарат Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә берҙән-бер булыуы менән үҙенсәлекле. Уны уйлап табыусылар әйтеүенсә, ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшмәкәрлеге өсөн яйлы булмаҡсы. Һынауҙы ла уңышлы үткән.

Өфөнән Стәрлетамаҡ ҡалаһына тиклем араға ул сәғәт ярым эсендә барып еткән. Фото-видеокүҙәтеү менән йыһазландырылған ҡоролманың мөмкинлектәре күп төрлө. Һауаға 3 мең ярымға тиклем бейеклеккә күтәрелеп һыу баҫҡан биләмәне, янғын майҙанын, газ-нефть торбаһы юлдарын күҙәтергә һәләтле. Шулай уҡ Бөрйән бал ҡорттарын һаҡлау кеүек мәсьәләләргә лә үҙ өлөшөн индерә ала.

Илдар Тимерғәлиев, проект ҡатнашыусыһы: «Ҡоролманың башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу буйынса мониторинг алып барыу мөмкинлеге бар. Үҙебеҙҙең ерлектәге ҡорттарҙың башҡалар менән ҡушылыуына нимә сәбәпсе булыуын асыҡлай алабыҙ. Ошонан сығып һығымталар яһарға була. Ул оҙаҡ оса алыуы менән алдыра».

Үҙенсәлекле осоу аппараты баш ҡаланың ябай офисында етештерелә. Бар деталдәре үҙебеҙҙә эшләнгән.

Киләсәктә йәштәр вертолет етештереүсе Күмертау ҡалаһы предприятие менән хеҙмәттәшлек булдырып, осоусы аппараттарҙы күпләп сығарыу маҡсатын ҡуя. Моноҡала юҡҡа һайланмаған. Иҡтисади яҡтан был төбәктә бар шарттар ҙа тыуҙырылған.

Авторы: Азат Ғәлиуллин