Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн уңайлыҡтар

Өфөнөң 94-се лицейында башҡорт теле буйынса курстың икенсе төркөмө эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуар айында һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеүсе Айгөл Рәшитова үҙ оҫтаханаһында дәрестәр ойошторғайны. Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле, белем усағында икенсе төркөм булдырылған.

Фото №1 - Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн уңайлыҡтар

Юлиә тамырҙары менән Әбйәлилдән. Әммә бәләкәй сағында ата-әсәһе ҡалаға күсеп китеү сәбәпле, туған телендә бөтөнләй тиерлек аралашмай, рус мөхитендә үҫә. Ауылға туғандарына ҡайтҡанында уны башҡорт телен аңлай алмау мәсьәләһе борсой. Шунлыҡтан Юлиә Мәскәүҙә махсус курстарға йөрөй башлай. Өфөгә ҡайтҡас та, телде өйрәнеүен дауам итә.

Башҡорт телен өйрәнеү курсының был икенсе төркөмө. Ун бишләп кеше араһында төрлө милләт кешеләре һәм һөнәр эйәләре бар. Әммә уларҙың барыһын да телгә һөйөү берләштергән. Дим Вәлитов сауҙа өлкәһендә эшләй. Күп мәғлүмәттең башҡортса сығыуын, ә үҙенең туған телендә уҡый алмау кәмселеген ул юҡ итергә тип килгән. Дүрт-биш дәрес һөҙөмтәһеҙ үтмәгән.

Дим Вәлитов үҙ миҫалында ата-әсәһе иғтибарһыҙлығын аңлап, балаларын башҡорт мәктәбенә биргән. Ғаиләлә туған телдә һөйләшә башланыҡ, тип һөйөнә ул. Айгөл Селезнева башҡортса һөйләү телен генә белә, дәрестәрҙә ул баҫымдарҙы дөрөҫ ҡуйып уҡырға, яҙырға өйрәнә.

Курсты ойоштороусылар телде өйрәнергә теләүселәр өсөн бар көсөн һала. Үҙләштерелгән материалды һуңынан социаль селтәрҙә нығытып ҡуйыу мөмкинлеге лә булдырылған. Иң мөһиме төркөмгә яҙылырға теләүселәр күп, тип һөйөнә уҡытыусылар.

Мәктәптәге бәләкәй аудитория. Балалары уҡыуҙан ҡайтҡас үҙҙәре теләп, дәрескә килеүселәр үҙ-ара башҡорт телендә аралашырға тырыша. Курстың төп маҡсаты ла ошо инде.

Авторы: Фәниә Юланова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ