Себер башҡорттары ҡор йыйҙы

Ханты-Манси автономиялы округында йәшәүсе милләттәштәребеҙ төбәктә Милли мәҙәниәт көнөн билдәләне.

Сара округтың Лангепас ҡалаһында «Шоңҡар» башҡорт халыҡ йәмәғәт ойошмаһы тарафынан үткәрелде. Ул төбәктең алдынғы милли берләшмәлеренең береһе һанала. Ханты-Мансила үткән бер мәҙәни сара ла «Шоңҡарҙар»һыҙ үтмәй тиерлек. Талантлы һәм ижади ҡарашлы кешеләрҙе берләштергән ойошма был юлы ла байрамды юғары кимәлдә үткәреүгә ирешкән. Бай концерт программаһынан тыш, Себер башҡорттары майҙанда аҫаба халыҡтың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған күргәҙмә лә ойошторҙо. Сараға килеүселәр төбәктә ижад итеүсе милләттәштәребеҙҙең биҙәү-ҡулланма сәнғәте эштәре менән танышты. Әйткәндәй, тиҙҙән улар Наурыз байрамын да билдәләргә йыйына.