Баймаҡ районы ауыл биләмәләренең Ғаилә йылына арналған смотр конкурсы тамамланды

Уның төп өлөшө төбәктең абруйлы ғаилә династияларына, йолаларға, традицияларға бағышланған репертуар булды.

Совет осороноң бер күркәм өлгөһө, кешеләрҙе берләштерә, йыр моңға яҡынайта торған сараларҙың береһе үҙешмәкәр коллективтарҙың смотры ул районда йылда ойошторола торған концерттарҙың береһе. Уны урындағы тамашасы һағынып көтөп ала. Был юлы шулай булды. Тамашасы залында алма төшөр урын юк ине.

Айырыуса ауыл биләмәләренең концерты профессиональ коллективтарҙан һис ҡалышмай. Электән үҙешмәкәр смотрға нигеҙ һалынған ауылдарҙа фольклор, йыр‐ бейеү коллективтары бөгөн дә унышлы эшләп килә. Смотрҙың репертуары өс йүнәлештә ойошторолдо. Концерт программаһы, фольклор элементтарын файҙаланған, ғаилә традациялары һәм йолаларына бағышланған берҙәм театрлаштырылған тамашалар унын төп өлөшөн алып торҙо. Шулай ук сәхнәлә декорациялар кулланыу, сыгыш яһаусыларҙың костюмдары, артислык һәләте лә иҫәпкә алынды

Гала концертта сығыш яһаусылар үҙ репертуарының ин сағыу номерҙарын сәхнәгә сығарҙы. Баһалама ағзалары барлығы 54 сығышты һайлап алған ине.

Смотр конкурс йомғактары буйынса тәүге урындарҙы быйыл да төбәктең Күсей һәм Ҡолсора ауыл биләмәләре яуланы. Киләһе аҙнанан йыр мон бәйгеһе кала һәм район предпритяиелары өсөн башланасак.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова