Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында совет композиторы Ҡара Ҡараевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған концерт үтте

Мәҙәни сарала Баҡы ҡалаһынан билдәле музыкант Фаган Ғасанлы ҡатнашты. Тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителгән бай, үҙенсәлекле программа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Баҡы музыкаль академияһы араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүе сиктәрендә үтте. Өфө халҡы донъя классиктары әҫәрҙәрен тыңланы. Концерт программаһының икенсе өлөшөндә пианист Фаган Ғасанлы менән фортепианола Шәүрә Сәғитова «Ете ҡыҙ» әҫәрен уйнаны. Дуҫлыҡ моңон тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.

Авторы: Фәниә Юланова