Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 55 йәшлек Александр Шелагин 17 февралдә юғалған. Шунан бирле уны бер кемдең дә күргәне юҡ. Мәғлүмәт менән “Лиза Алерт” ирекмәндәре бүлеште.
Александрҙың ҡылыҡһырламаһы: буйы 182 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле, ҡара сәсле.
Юғалған көндө ир ҡара куртка, ҡара шапка һәм күк джинсы кейгән булған.
Александр Шелагин тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙе 8 800 700 54 52 йәки 102 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.





