Рәсәйҙә һәр бишенсе ҡатын Кесарев киҫеме менән бала таба

Бөгөн ошо хаҡта Өфөлә уҙған Акушерлыҡ һәм гинекологияла анестезия теорияһы һәм практикаһы Бөтә Рәсәй форумында билдәләнде.

Фото №1 - Рәсәйҙә һәр бишенсе ҡатын Кесарев киҫеме менән бала таба

Форумда Башҡортостан һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Тверь ҡалаларынан алдынғы акушер-гинекологтар, анестезиологтар ҡатнаша.

Сарала яңы технологияларҙы ғәмәлдә ҡулланыу мәсьәләләре ҡарала. Йылдан-йыл операция менән бала табыу арта. Медицинаның был өлкәһе анестезиологтары эше икеләтә ҡатмарлы, сөнки улар ике кешенең - әсә һәм баланың ғүмере, сәләмәтлеге өсөн яуаплы.

Волна
Акции БСТ