Ял көндәрендә Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә

Шәмбе, 17 мартта, көндөң аяҙлы-болотло булыуы, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ, епшек ҡар һырынтыһы булыуы ихтимал, был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итте.

Фото №1 - Ял көндәрендә Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә

Ел көньяҡтан, һуңынан төньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, төндә көсәйгәндә 17 метрғаса етеүе бар. Һауа температураһы төндә -4,-9 градус, көндөҙ +2,-3, төньяҡ-көнбайышта төндә -9,-14, көндөҙ -2,-7.

Һауа торошо насарайғанда күреү даирәһе 1-2 саҡрым була, тип иҫкәртә төбәк ҡотҡарыусылары.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ