Октябрьский ҡалаһында йөк машинаһы түңкәрелгән

Бөгөн, 16 мартта, Октябрьск ҡалаһында күп тонналы машина түңкәрелгән. Был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителә.

Фото №1 - Октябрьский ҡалаһында йөк машинаһы түңкәрелгән

Шаһиттар әйтеүенсә, авария Космонавттар урамында - 4-се Башҡорт гимназияһы ҡаршыһында булған. Фотонан күренеүенсә, машина юл-хәрәкәтен ҡаплаған, ҡалала автомобиль тығын ыбарлыҡҡа килгән.

Авария урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар эшләй. Ҡазаланыусылар юҡ.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ