Мәскәүҙә «Рәсәй- мөмкинлектәр иле» тип исемләнгән йәштәр форумы тамамланды

Асыҡ платформа һәләтле йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү маҡсатында ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторола.

Сара сиктәрендә булдыҡлы йәштәр алдында билдәле спикерҙар федераль әһәмиәттәге министрҙар һәм эре предприятие етәкселәре сығыш яһаны, оҫталыҡ дәрестәре ойоторолдо. Йәш фән эшмәкәрҙәре, башланғыс эшҡыуарҙар менән осрашыуға кисә ил президенты Владимир Путин үҙе килде. Йәштәр уны үҙҙәренең проекттары, уңыш формулалары менән таныштырҙы. Асыҡ платформа эшмәкәрлегендә Башҡортостан йәштәре лә ҡатнашты.

Авторы: Зөлфиә Рәхмәтуллина