Фестиваль ғәҙәттәгесә Өфө амфитеатрында ойошторола. Үткәреү датаһы 8-12 июнь.
8 июндә “Симфоник төн” – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры уйнай.
9 июндә “Этнотөн” һәм милли кейем байрамы.
10 июндә йәнә “Симфоник төн”, был юлы Йәштәр симфоник оркестры уйнай.
11 июндә “Ufa-KuraiFest”. Фестивалдең төп геройы, республиканың төбәк бренды – ҡурай.
12 июндә фестиваль гала-концерт менән тамамлана.





