Мәскәүҙә үткән «Тыуған илем» милли костюмдар һәм таланттар фестивале сиктәрендә халыҡ ижады күргәҙмәһе, дефиле ойошторолдо

Шулай уҡ сараға йыйылыусылар «Быуаттар төпкөлөнән һәм заманса милли костюм» темаһына түңәрәк өҫтәл артында ла фекер алышты. Фестивалдә башҡорт мәҙәниәтен Мәскәүҙә эшләп килгән «Илһам» башҡорт халыҡ театры вәкилдәре күрһәтте. Илдең баш ҡалаһында өс йыл элек ойошторолған үҙешмәкәр театр, спектаклдәр ҡуйыу менән генә сикләнмәй, төрлө милли байрамдарҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Авторы: Фаягөл Дәүләтйәрова