Инйәр йылғаһы буйындағы ер законһыҙ рәүештә шәхси милеккә күсерелгән

Оҙондар ауыл хужалығы урындағы ер үлсәүсененең законһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһында 5 ер участогын юғалтҡан.

Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, енәйәтсе хужалыҡ китабынан белешмә мәғлүмәттәрҙе алдап яҙған һәм шул нигеҙҙә Инйәр йылғаһы буйындағы 66 сутый ерҙе үҙ ҡарамағына күсергән. Законһыҙ эшенән 280 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.

Енәйәте өсөн ир 3,5 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән. Ер урындағы хужалыҡҡа кире ҡайтарылды.