Рәсәйҙең ғәмәлдеге Президенты Владимир Путин ил граждандарын йәкшәмбе, 18 мартта уҙасаҡ һайлауҙа ҡатнашырға саҡырҙы

Был турала ул махсус мөрәжәғәттә белдерҙе. Рәсәй лидеры халыҡты Конституция буйынса властың берҙән-бер сығанағы булыуын һәм илебеҙҙең киләсәге тап халыҡ ихтыярына бәйле икәнлеге хаҡында иҫкәртте. «Бөйөк, яратҡан Рәсәйҙең киләсәген һайлау хоҡуғын файҙаланығыҙ», - тип өҫтәне Владимир Путин.

Фото №1 - Рәсәйҙең ғәмәлдеге Президенты Владимир Путин ил граждандарын йәкшәмбе, 18 мартта уҙасаҡ һайлауҙа ҡатнашырға саҡырҙы

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт башлығын һайлауға ике көндән дә аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Бөгөн президентлыҡҡа кандидаттар һайлау алды компанияһын тамамлай. Ҡануниәткә ярашлы, тауыш биреүгә бер тәүлек алдан һәр төрлө өгөт тыйыла. Әлеге сәғәттә «Тынлыҡ көнө» илдең күп кенә төбәктәрендә башланды ла инде. Был көндө митингтар, роликтар һәм халыҡ алдындағы сығыштар рөхсәт ителмәй.

Авторы: Илдар Байбулатов

Волна
Акции БСТ