Бөгөн ил президентын һайлау алды агитация кампанияһының һуңғы көнөн кандидаттар үҙ файҙаһына уҙғарып ҡалырға тырышты

Төрлө төбәктәргә сығып, берәүҙәр һайлаусылары менән аралашты. Томск өлкәһенән Борис Титов мәҫәлән, Өфөлә һайлаусылар менән осрашты. Бәғзеләр телевидение аша киң аудитория алдында сығыш яһаны. Ә PutinTeam командаһы яңы ағзалар ҡабул итте.

Был билдәле рекламаны ҡараған һәр кем һорауға яуапты үҙенсә табырға тырышты. Шулай ҙа һайлау алдынан тамашасыларға ташланған лозунгтың асылын бөгөн Рәсәй президентына кандидат Борис Титов үҙе асып һалды.

Билдәле булыуынса, бөгөн агитация кампанияһының һуңғы көнө. Шунлыҡтан ил президенты вазифаһына кандидаттар һайлаусыларҙы йәлеп итеү өсөн бар тырышлығын һалды. Хатта, ҡайһы берҙәре киң аудитория алдында үҙҙәренең хаталарын таныны.

Ә Владимир Жириновский яҡлылар бөгөн үҙ кандидатын яҡлап, митингҡа сыҡты. Йөҙәрләгән фекерҙәштәр ҡаланың «Химиктар» мәҙәниәт һарайы алдында майҙанда йыйылышты.

Шашка буйынса донъя чемпионы Айнур Шәйбәков спортсы Александр Овечкин кеүек PutinTeam командаһына ҡушылды. Әйткәндәй, хоккейсы миҫалында бөгөн командала 60 меңләп кеше иҫәпләнә. Улар араһында йырсылар, уҡытыусылар һәм башҡа әүҙем йәштәр бар.

Иртәгә тынлыҡ көнө. Һәр төрлө өгөтләү тыйыла. Ә йәкшәмбе һайлаусылар участкаларға барып, үҙҙәре теләгән кандидатҡа тауыш биреп Конституция алдындағы бурысын үтәй.