Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейына төкәтмә төҙөү кәрәклеген белдерҙе

Был турала ул төбәккә эш сәфәре барышында әйтте. Башҡортостан Башлығы Дүртөйлө районының ауыл хужалығы, төҙөлөш өлкәһе һәм социаль тармағы менән дә ҡыҙыҡһынды.

Спорт залында туп төшөрлөк урын да юҡ, тиергә лә мөмкин. Физик культура менән бер юлы бер-нисә класс шөғөлләнә. Башҡаса әмәл юҡ. Ете йөҙ илле урынға иҫәпләнгән иҫке мәктәптә меңгә яҡын белем ала.

Райондың иң абруйлы лицейы 1962 йылда төҙөлгән. Шуға ҡарамаҫтан уның йыһазландырылышы, белем биреү шарттары заман талаптарына яуап бирә. Хәҙер бинаны ғына төҙөкләндереү кәрәк.Төкәтмә һәм ремонт эштәренә 120 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана.

Төбәк етәксеһе райондың Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ хужалығын барып ҡараны. Бында ташламалы кредит һәм республика биргән субсидиялар ярҙамында һимертеү майҙансығы, йәш малдар корпусы төҙөкләндерелгән , ярты сәғәттә 25 һыйырҙы үткәрә алған һауыу ҡорамалдары һатып алынған.

Республика Башлығы райондың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген дә тикшерҙе. "Үҙәк"МТС-ында сит ил һәм үҙебеҙҙә етештерелгән техниканы ремонтлау менән мәшғүлдәр. Предприятие өс йөҙҙән ашыу деталь аналогтары етештерә. Рөстәм Хәмитов ҡатмарлы станок артында эшләүсе берҙән -бер ҡатын -ҡыҙ Дамира Хәсәнова менән әңгшәмәләшеп эш шарттарында тураһында һорашты.

Дүртөйлөнөң бетон етештереү компанияһында Рөстәм Хәмитовҡа етештереү ҡеүәтен арттырыу мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр. Әле ни бары биш йыл ғына эшләгән ойошманың тауар әйләнеше 80 миллион һумға етә. Шулай ҙа иҡтисади көрсөк эҙһеҙ үтмәне ти эшҡыуарҙар.

Бетон заводы эшмәкәрлеген райондағы төҙөлөш әүҙемлеге генә йәнләндерә. Дүртөйлөләр авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһын тәүгеләрҙән булып тамамланы. Бынан тыш капиталь ремонт та йылдам башҡҡарыла. Районға бүленгән бер миллиард һумға ихаталар, парктар, тротуарҙар төҙөкләндерелгән.

Авторы: Айнур Кәбиров