Донъя яңылыҡтары - 16.03.2018

Рәсәй президентын ваҡытынан алда һайлау мөмкинлеге менән 180 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Был турала бөгөн Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ваҡытынан алда тауыш биреү илдең барырға юлы ҡыйын һәм алыҫ булған райондарында 25 февралдә, ә 2 марттан донъяның ҡайһы бер һайлау участкаларында башланды. Был эш иртәгә 17 мартҡа тиклем дауам итә.

ХХХ

Америкала йәйәүлеләр күпере емерелеп төшөүе һөҙөмтәһендә алты кешенең ғүмере өҙөлгән. 950 тонна ауырлығындағы ҡоролма кәмендә 8 автомобилдең өҫтөнә ҡолаған. Күп һыҙатлы юл өҫтөнән һалынған күпер киләһе йыл асылырға тейеш булған. Ул Флорида халыҡ-ара университеты студенттары өсөн тәғәйенләнгән. Әлеге ваҡытта махсус комиссия фажиғә сәбәптәрен тикшерә.

ХХХ

Грузиялағы тау саңғыһы курорттарының береһендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Электроникалағы етешһеҙлектәр һөҙөмтәһендә күтәртеү ҡоролмаһы «каруселгә» әйләнгән. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, кешеләр ултырған эскәмйәләр юғары тиҙлектә канат буйлап аҫҡа тәгәрәй башлаған. Күптәр бейеклектән һикереп өлгөрә, ҡалғандары ауыр тән йәрәхәттәре ала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тиҫтәнән ашыу кешенең аяҡ-ҡулдары һынған.

ХХХ

Паттайя ҡала советы пляжда тәмәке тартҡан өсөн штраф күләмен 65 долларға тиклем кәметергә ҡарар иткән. Үҙгәрештәр 1 апрелдән ғәмәлгә инер тип көтөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урындағы депутаттар ай ярым самаһы элек закондарҙы тағы ла ҡәтғиләштереүе тураһында белдерҙе. Уға ярашлы, Таиландтағы курортта көйрәтеп эләгеүселәргә 3 мең доллар штраф йәки бер йылға иректән мәхрүм ителеү янай. Был тыйыу тәмәке тартыу өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарға ҡағылмай.

Авторы: Илдар Байбулатов