Йәкшәмбе үтәсәк конкурста тауыш биреү өсөн йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 109 дизайн проекты тәҡдим ителәсәк

«Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә 18 мартта Башҡортостандың 24 районында төҙөкләндереү өсөн биләмәләр һайлана. Парктар, скверҙар, аллеялар, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, урамдар... Өфөлөләргә төҙөкләндереү тәҡдим ителгән ун биләмәнең береһен һайлап алыу мөмкинлеге бирелә. Улар араһында «Ҡашҡаҙан» паркы, Максим Рыльский урамы, Ҡариҙел йылғаһы яры, «Тулҡын» скверы, Якутов паркы һәм башҡа йәмәғәт урындары бар.

Өфөнөң Транспорт урамында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар үҙҙәре йәшәгән ихаталағы уңайһыҙлыҡҡа зарланған. «Уңайлы ҡала мөхите»н федераль программаһында ҡатнашыу бында йәшәүселәргә яңы парковка урындары булдырыу, балалар майҙансығы ҡороу, ихатаға асфальт түшәү мөмкинлеген биргән. Халыҡ ихата алдын үҙ көсө менән йәшелләндергән. Ә хәләл көсөң түгелгән ер ҡәҙерле һәм һәр ваҡыт тәртиптә тотола.

Римма Сәхәүетдинова, йорт комитеты рәйесе: «Бында асфальт аҡтарылып бөтөп, еңел автомобилдәрҙе ҡалдырыр урын да юҡ ине. Урам батҡаҡ. Ҡала үҙәгенә барыр өсөн, бысраҡ ихатаны үткәс, аяҡ кейемен яңынан йыуып кейергә тура килә ине».

Ә был урамда йәшәүселәр оҙаҡ түҙгәндән һуң, ниһайәт, әүҙемлекте үҙ өҫтөнә алған. Ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү программаһына заявка бирәләр, дизайн-проект әҙерләйҙәр һәм тейешле сумманың 5 процентын йыйыуға өлгәшәләр, ҡалғанын ҡала һәм республика бюджеттары ҡаплаған.

Рөстәм Байбурин, идарасы компанияның директор урынбаҫары: «Быйыл ниһайәт, беҙ был урамдарҙы төҙөкләндерҙек, машиналар өсөн юлдар киңәйтелде, сифатлы асфальт түшәлде, балалар майҙансыҡтары һәм тренажерҙар ҡоролдо».

Әммә баш ҡалала урам һәм ихаталарҙы тәртипкә килтерергә ынтылыусылар күп түгел. Салауат ҡалаһында киреһенсә, был изге эшкә күберәк халыҡ йәлеп ителә. Теге йәки был территорияны төҙөкләндереүҙе күтәргән йыйылыштар ҙа йыш үткәрелә. Ҡала халҡын заманса парк һәм аттракциондар асыу мәсьәләһе лә борсой. Төҙөкләндерергә теләгән биләмә исемлектә булмаған осраҡта ниндәй ҡарар ҡабул итергә кәрәклеге лә асыҡлана.

Альфред Зиннәтуллин, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары: «исемлектәге проекттарҙан тыш, һайлаусылар үҙ тәҡдимдәрен дә индерә ала. Бының өсөн бюллетендәрҙә махсус пункт булдырылған.Программа биш йылға иҫәпләнгән. Шуға ла бар тәҡдимдәр иҫәпкә алынасаҡ».

Ял көнө Салауат ҡалаһында йәшәүселәр төҙөкләндерергә тәҡдим ителгән биш биләмәнең береһен һайлап аласаҡ. Исемлеккә ҡала халҡының яҡын һәм таныш урындары ингән. Төҙөкләндереүҙең дизайн-проекттары менән граждандар һайлау участкаларында интерактив стендтарҙа таныша ала. Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһын төҙөкләндереү ҙә киң ҡолсалы. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юлдар, яҡтыртыу ҡорамалдары һәм фонтандар. Уңайлы ҡала мөхите программаһы сиктәрендә «Ял» скверы үҙгәртеп ҡороласаҡ, беренсе сәнғәт мәктәбе эргәһендә яңы парк зонаһы булдырыласаҡ.

Шамил Фәррәхов, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Был йәмәғәт биләмәһе юҡҡа ғына һайланманы. Бында йәшел зоналар етешмәй, йәйәүлеләр өсөн бәләкәй генә сквер булдырылып, брустарҙан тротуарҙар түшәләсәк, газондар ҡороласаҡ. Рокарийлы Альп тауҙары ҡалҡасаҡ, урамдар яҡтыртыласаҡ, парковка урындары киңәйтеләсәк».

Яңауыл, Учалы, Нефтекама ҡалалары танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Айырыуса Нефтекама халҡы әүҙемлек күрһәткән. Бер-нисә йылда ҙур төҙөлөш дауам итәсәк. Һайлап алынған дизайн-проекттар менән муниципалитеттарҙың рәсми сайттарында танышырға мөмкин. Өфөлөләргә генә төҙөкләндереүгә ун биләмәнең береһен һайлап алыу мөмкинлеге бирелгән.

Ришат Шакирйәнов, Өфө ҡалаһының баш архитектура идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Ҡалала парктар булдырыу идеяһы бик әһәмиәтле. Иң мөһиме ҙур парктан ишек алдына тиклемге араны тәртипкә килтереү. Аллеялар, скверҙар, бульварҙар бөтәһе лә беҙҙең тормошта гармония тыуҙырырға тейеш».

«Уңайлы ҡала мөхите» федераль проекты 5 йыл дауамында тормошҡа ашырылып килде һәм ул тағы ла 5 йылға оҙайтылды. Былтыр проект сиктәрендә 400 ихата һәм 37 йәмәғәт урыны ремонтланған. Ошоға тиклем проектта 23 муниципалитет ҡына ҡатнашһа, быйылдан бөтә райондар һәм муниципалитеттар ҙа йәлеп ителәсәк. Проектты финанслау ҙа артҡан. Уға йүнәлтелгән 1 миллиард 100 миллион һум тирәһе аҡса муниципалитеттар һәм райондарға бүленәсәк.

Авторы: Гүзәлиә Борханова