Уларҙың исемлеге мәҙәниәт йортонда йыл һайын предприятиелар, ойошмалар һәм ауыл биләмәләренең эшсе йәштәре араһында уҙғарылып килгән конкурс һөҙөмтәләрендә асыҡланды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы оҫталыҡ бәйгеһенең төп маҡсаты - эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, йәштәрҙең ижади башланғыстарын һәм һөнәри оҫталығын үҫтереү. «Эшсе ҡатын-ҡыҙ» конкурсында ҡатнашыусы 9 гүзәл зат өс турҙан торған һынау үтте. «Минең һөнәрем» тип исемләнгән беренсе этапта бәйгеселәр үҙҙәре менән таныштырһа, икенсеһендә «музыкаль күстәнәс» тәҡдим итте. Баһалама ағзалары эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыр-бейеү, шиғыр һөйләү буйынса ижади оҫталыҡтарын баһаланы. «Оҫта һылыуҡай» тип аталған өсөнсө турҙа ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән теккән күлдәктәр коллекцияһы менән сығыш яһаны. Бәйгеселәрҙе баһалағанда импровизация, костюмдарҙың үҙенсәлеклелеге, көйәрмәндәрҙең әүҙемлеге, теманы аса белеүе, юморға бай булыуҙары иҫәпкә алынды.
Конкурс райондың төрлө өлкәлә эшләгән эшсе ҡатын-ҡыҙҙарын берләштереп, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген бирҙе. Тамашасылар һәр бер бәйгесенең талантына һоҡланып, бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы концерт ҡарап кинәнде. Конкурста ҡатнашыусы гүзәл заттарға грамота, бүләктәр тапшырылды.





