Республикала бөгөн «Остаздар эргәлә түгел, бергә» тигән федераль проекттың төбәк этабы старт алды

Уға ярашлы, яҙмыш һынауына, ауыр хәлгә дусар булған балалар билдәле шәхестәргә беркетелә. Өлкәндәр алты осрашыу эсендә бәләкәй дуҫтарына тормошҡа дөрөҫ йүнәлеш бирергә, кәңәштәре менән ярҙам итергә тейеш. Проектты ойоштороусы һәм методик ярҙам күрһәтеүсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Остаздарҙың балалар менән осрашыуы ла ошо уҡыу йортонда үтте. Тәүге тәьҫораттар хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.

Фото №1 - Республикала бөгөн «Остаздар эргәлә түгел, бергә» тигән федераль проекттың төбәк этабы старт алды

Бер парта артында ике мәҙәниәт министры, береһе республикала, икенсеһе балалар йортонда. Милена Ширязданова остазынан уңды, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары ла, тормошҡа ҡарашы ла тура килә. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла, балалар йортонда тәрбиәләнгән Милена ла бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ. Шуға күрә остаз менән уҡыусының һүҙҙәре тиҙ берегә.

Риф Ғәбитов та үҙенең уҡыусыһын бейеүгә рәхәтләнеп, ҙур теләк менән өйрәтер ине. Тик Яна Носкова бейергә бөтөнләй яратмай булып сыҡты. Уның ҡарауы, ҡыҙҙың эт, бесәй тип иҫе китә, ветеринар булырға хыяллана. Риф Ғәбитов та йорт хайуандарына битараф түгел. Теләк булғанда уртаҡ тема табыла, тормош һабағы биреү мөһимерәк, ти ул.

Проектта 10 пар ҡатнаша. Остаздар - министрҙар, депутаттар, банкирҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре, сәнғәт әһелдәре. Уларға беркетелгән уҡыусылар өс балалар йортонан һайлап алынған. Алда алты осрашыу, ошо ваҡыт эсендә өлкәндәр тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, үҙҙәренең ғүмер юлында осраған ҡатмарлыҡтар, уларҙы нисек еңеп сығыуҙары, уңыш серҙәре хаҡында һөйләргә тейеш. Балаларҙың уй-ниәттәрен, борсоған проблемаларын да асыҡлау, ярҙам итеү ҡарала. Проект ике яҡ өсөн дә файҙалы, һөҙөмтәле булыр тип көтөлә.

Әлбиттә, проекттың талаптары ла бар. Килешелгән ваҡытҡа һуңларға ярамай йәки шылтыратып иҫкәртергә кәрәк. Сөнки уңыштың сере ышаныста, уны юғалтмау мөһим. Остаздар менән уҡыусылар араһындағы тәүге осрашыу йылы шарттарҙа үтте, хатта айырыла алмай тороусылар ҙа булды. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙенең уҡыусыһын шунда уҡ эш кабинетына, артабан аралашыуға саҡырҙы. Риф Ғәбитов Янаны дуҫтары менән концертҡа саҡырҙы.

Һөнәрсе менән өйрәнсек бәйләнеше элек-электән килә. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр йәштәргә оҫталыҡ серҙәрен төшөндөрә, дөрөҫ юл күрһәтә. Әммә остаздар эш урынында ғына түгел, тормошта ла кәрәк. Сөнки һөнәрең буйынса уңышҡа өлгәшерҙән алда тормош һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмау, упҡынға тәгәрәмәү мөһим. Яңы проект ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ