Милли кейемдәр аша тарихи үткәнгә

Бөгөн Өфөлә ир-егеттәр өсөн традицион милли кейем тегеү буйынса тәүге тапҡыр семинар үтте. Сараға килеүселәр ата-балаларыбыҙ көндәлек тормошта кейгән кейем-һалымдарҙың тарихы менән танышҡандан һуң, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Ул быйыл Башҡортостанда үтәсәк традицион уҡтан атыу буйынса III Бөтә донъя «Мәргән уҡсы» фестиваленә арналды.

Көләпәрә, кәмәр, ҡынйыраҡ. Был атамаларҙы хәҙерге быуын түгел, хатта ололарҙың да күбеһе белмәй тиерлек. Ул башҡорт халыҡ милли кейем өлгөләренең атамаһы. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеүселәрҙең береһе Юлай Ғәлиуллин бөгөн уҡ-яндан тыш, ата-балаларыбыҙҙың кейеме хаҡында һөйләне.

Бөгөнгө семинар быйыл Башҡортостанда үтәсәк III Бөтә Донъя «Мәргән уҡсы» фестиваленә әҙерлектең бер өлөшө. Традицион уҡтан атыу сараһы республикала даими ойошторола. Мәктәп уҡыусылары араһында ла ҡыҙыҡһыныу артты. Шулай уҡ фестивалгә милли кейемдә килеү төп талаптарҙың береһе һанала.

Ләкин ҡайһы бер ҡатнашыусылар милли кейемде беҙ бөгөн сәхнәнән күреп өйрәнгән костюмдар араһынан һайлай. Ни өсөн? Сөнки үткәндәр онотолған. Шуға ла һуңғы ваҡытта тергеҙелгән әйберҙәр күп һорау тыуҙыра. Ир-егеттәр кейемдәрен орнамент, тәңкәләр баҫып алды. Ә ысынында иһә улар бөтөнләй тарихи асылға тура килмәй, ти белгестәр

Шуға ла семинар, оҫталыҡ дәрестәре кеүек сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Милли кейем өлгөләре күрһәтелеп кенә ҡалмай, уларҙың тәғәйенләнешенә лә асыҡлыҡ индерелә. Беренсе тапҡыр ир-егеттәргә арналған семинарҙан шулай уҡ боронғо кәсепте тергеҙеүсе, ҡош сөйөүсе Вилдан Хәсәнов та ситтә ҡалмаған. Милли шөғөлдәребеҙгә тоғро замандашыбыҙ бөгөн дә яңылыҡ артынан килгән.

Семинар һуңында оҫталыҡ дәрестәре үтте. Кейем өсөн тауар һайлау, нисек итеп тегеү кеүек һорауҙарға яуап алынды. Сара алдағы көндәрҙә лә дауам итә. Уны традицион милли кейемдәрҙе тергеҙеү менән шөғөлләнгән баш ҡаланың «Селтәр» студияһы алып бара.

Авторы: Азат Ғәлиуллин