Синоптиктар йылы кейемдәрҙе төпкә йәшермәй торорға кәңәш итә. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы төндә республикала һауа температураһы урыны менән 30 градусҡаса түбәнәйә.
Көндөҙ 10-15 градус һалҡын буласаҡ. Көндөң аяҙлы-болотло булыуы, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел талғын, юлдарҙа күреү мөмкинелеге 1-2 километрға тиклем сикләнә. Аҙнаның икенсе яртыһында ғына һауа торошо бер аҙ йылыта башлай.





