Салауаттағы төнгө клубта һөжүм ойоштороусы төркөмдөң Ишембайҙан булыуы асыҡланды

Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙың бер нисәүһен ҡулға алған. Ғәҙәттән тыш хәл уҙған шәмбе киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә урындағы күңел асыу үҙәктәренең береһендә теркәлә. Әлегә билдәле булмаған сәбәп менән тыуған низағ һөҙөмтәһендә клубтың ике хеҙмәткәре төрлө тән йәрәхәттәре ала. Осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары «Хулиганлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Был кадрҙарға ҡараһаң, Голливуд фильмдары йәки 90-сы йылдарҙы хәтерләткән ваҡиғалар күҙ алдына баҫа. Әммә ысынбарлыҡта ул ике көн элек кенә Салауат ҡалаһындағы төнгө клубтарҙың береһендә төшөрөлгән. Төрлө ҡул аҫты әйберҙәре һәм травматик пистолет менән ҡоралланған төркөм ресторанды баҫып инә. Бәхеткә күрә, был ваҡытта ял итеүселәр әллә ни күп булмай. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә һөжүм итеүселәр ике хеҙмәткәрҙе яралап өлгөрә.

Ул кистәге ваҡиғалар социаль селтәрҙә ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Кемдер һөжүм итеүселәргә үҙ нәфрәтен белдерһә, икенселәре конкуренттарҙы ғәйепләй, ҡалғандары иһә клуб тарафынан алып барылған пиар-акция тигән фекер яҡлы. Ә бына эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр бер ниндәй сәйер тауыштар ҙа ишетмәгән. Клуб алды һәр ваҡыт автомобилдәр менән тулы, кисә лә ишектәр асыҡ торҙо, ти күршеләрҙең береһе.

Полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итеүселәрҙең эҙенә төшөү артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ярҙамында бөгөн ике егет ҡулға алынған. Уларҙың береһе Салауаттан, икенсеһе Ишембайҙан булыуы билдәле. Осраҡ буйынса «Хулиганлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәттә ғәйепләнеүсе төркөмдөң башҡа ағзаларын асыҡлай. Әммә сылбыр буйынса уларҙы эҙләүҙә лә артыҡ мәшәҡәт тыуырға тейеш түгел.

Авторы: Илдар Байбулатов