Хөкөм язаһын үтәү хеҙмәте һөнәри байрамын билдәләй

Башҡортостанда иректән мәхрүм итеү урындарында дүрт мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Тантаналы ултырышта һөнәри бурысын намыҫлы үтәгән хеҙмәткәрҙәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм грамоталар менән бүләкләнде. Әле хөкөм язаһын үтәү хеҙмәте үҙгәртеп ҡороу осорон кисерә. Идаралыҡ эшен һөҙөмтәләштереү, матди-техник базаны һәм кадрҙар составын нығытыу саралары бара.

Авторы: Айнур Кәбиров