Кинотеатрға бушлай билет һәм матурлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың әсәләренә хәйриә акцияһы ойошторолдо.

Ҡулдарҙың моторикаһын үҫтереү буйынса күнекмәләр, иҫтәлекле бүләктәр һәм заманса кинотеатрҙа бушлай йәнһүрәт. Былар бөтәһе лә төрлө диагнозлы айырым үҙенсәлектәре булған балаларҙы шатландырыуға ҡоролдо. Балаларын бағып өйҙә ултырған әсәләргә иһә айырым иғтибар. Уларға йөҙҙәрен һәм тышҡы ҡиәфәтен матурлау өсөн үҙ һөнәренең оҫталары махсус курстар үткәрҙе.

Авторы: Гүзәлиә Борханова