Өфөлә йәшәүсе Камилә Йосопова 105 йәшлек юбилейын туйлаған

Камилә Мөьмин ҡыҙы 38 йыл ғүмерен фельдшер-акушер хеҙмәтенә бағышлаған. Уның шифалы ҡулдары ярҙамында меңәрләп бала донъяға килгән.

105 йәшен туйлаған Камилә Мөьмин ҡыҙына һис кенә лә үҙ йәшен бирмәҫһең. Уның әле лә зиһене яҡты, иҫе дөрөҫ. Аҡыллы, сибәр, уңған ханым әллә күпме ауырыуҙарға аяҡҡа баҫырға, сабыйҙарға донъяға килергә ярҙам иткән. Көйәргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында уны оҫта тегенсе булараҡ та беләләр. Ошо йәшенә тиклем өҫ кейемдәрен үҙ ҡулдары менән тегеп кейгән. Бер быуаттан ашыу ғүмерендә кешенең дә төрлөһөн күргән. Әммә яҙмыш ниндәй генә хәлгә ҡуяһа ла, сабыр һәм күндәм холоҡло булып ҡалған.

«Йәшеңә түгел, ә башҡарған эшеңә ҡарап хөрмәт итһендәр». Камилә Мөьмин ҡыҙы олоғайған көнөндә ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй, балалары өрмәгән ергә ултыртмай. Уның тыуған ауылы Түбәнге Мораптал. Йәшләй генә ауылын ташлап Урта Азияға сығып китергә тура килә. Гөлбахор ҡасабаһында башта сауҙала эшләй. Һуңынан фельдшер-акушерлыҡ буйынса медицина техникумын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бер-бер артлы ике ағаһы яуҙа башын һала, өсөнсөһө һуғыштан ике ҡулһыҙ ҡайта. Яҡындарының саҡырыуы буйынса Камилә Мөьмин ҡыҙы тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә һәм бөтә ғүмерен кешеләр һаулығын һаҡлауға бағышлай. Бер үҙе һигеҙ ауылды хеҙмәтләндерә. Уға хатта, күп тапҡырҙар юлда, экстремаль шарттарҙа бала ҡабул итергә тура килә.

Ҡыҙы Нәйлә, ике ейәнсәре, бер ейәне бүләләре йөҙйәшәргә күңел йылыһын йәлләмәй, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Оло йәштәге әсәһе берҙән- бер ғәзизе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Нәйлә Ғәни ҡыҙы ҡарамағында көн итә. Нәйлә Йосопова әсәһенә аш-һыуын хәстәрләй, өҫ-башын алыштыра, һаулығын күҙәтә, йылы һүҙен, күңел йылыһын йәлләмәй.

Йәшлеге тырыш хеҙмәттә, кешеләргә игелек ҡылып үткән медицина хеҙмәте ветераны, яҡты зиһенле, изге күңелле, алтын ҡуллы, абруйлы ағинәй Камилә Йосопова булмышы тырыш хеҙмәт һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө. Етмеш йәшлек әсәләре Наилә Йосопова һәм 105 йәшлек оләсәләре Камилә Мөъмин ҡыҙы янында балалары ла үҙҙәрен сикһеҙ бәхетле тоя.

Авторы: Гүзәлиә Борханова