Иртәгә Республикала һайлау барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күҙәтеп барырға мөмкин

Беҙҙең телеканалдың яңылыҡтар хеҙмәте журналистары иртәнге сәғәттәрҙән алып район-ҡалаларҙың һайлау участкаларынан тура эфирға сыға. Үҙәк һайлау комиссияһында әле күсмә станцияны урынлаштырыу бара. «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында иртәгә асыласаҡ матбуғат үҙәгендә лә техник хеҙмәтләндереү бурысы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы иңендә ята. Белгестәр әйтеүенсә, был яуаплы бурысты атҡарыу артыҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай, сөнки Республиканың төп телеканалы мәртәбәле һәм ҙур сараларҙы даими трансляциялай.

Радик Фәтхиев, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының художество етәксеһе: «Әле ҡоролмаларҙы урынлаштырып, ҡороп бөттөк. Бәйләнеште ҡарайбыҙ, Рәсәй һәм Бөтә Өфө телеканалдарынан сигналдарҙы тикшерәбеҙ. Үҙәк һайлау комиссияһына тоташырға ғына ҡалды. Һәм беҙ трансляцияға әҙер тип әйтергә була».

Йәмәғәт матбуғат үҙәге 200-гә тиклем журналист һәм блогерҙы һыйҙыра ала. Уларҙың барыһы өсөн эш урындары ҡаралған, ноутбуктар ҡуйылған, юғары тиҙлекле интернет эшләй. Рәсәй һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияларынан тура трансляция ойошторола. Матбуғат үҙәгенә инеү акккредитация буйынса, рөхсәт ҡағыҙы рәсми теркәлгән матбуғат сараларына бирелә. Ғариза менән мөрәжәғәт итеү ваҡыты оҙайтылған, аккредитацияны таныҡлыҡ буйынса урында уҡ алырға мөмкин. Үҙәк 18 март көнө иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй.

Артем Вәлиев, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире: «Матбуғат үҙәгендә һайлауға ҡағылышлы бар мәғлүмәт менән бер урында танышырға була. Мәҫәлән, Президент вазифаһына дәғүә иткән һәр кандидаттың штабынан яңылыҡтар килеп тора. Һайлау бюллетендәрендә исем-шәрифтәре ҡуйылған 8 кандидаттың да штаб вәкилдәре брифингтарҙа ҡатнашыу өсөн саҡырылған. һәр береһенә айырым ваҡыт билдәләнгән. Уларҙың сығыш мәле хаҡында бөгөн үк сайтта ҡарарға мөмкин».

Авторы: Рәмзиә Кәримова