Ошо көндәрҙә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусы һуңғы ғаиләләргә фатир асҡыстары тапшырыла башлаған. Бының өсөн уларға бер тин дә түләргә тура килмәгән.
Бына ул үҙ фатирыңа аяҡ баҫыу. Әммә был бәхетле минуттарҙы Салауатта йәшәүсе алданған ғаиләләр ун йыл көтөргә мәжбүр булған. Римма Хәкимова ла 2009 йылда урындағы торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарының береһе менән килешеү төҙөгән. Хыялдағы фатир өсөн ул байтаҡ аҡсаһын сығарып һалған. Ул йылдарҙа Хәкимовтар кеүек тағы ла ике тиҫтәләп ғаилә ошо компания менән килешкән. Әммә улар алданыусылар исемлегенә эләгеүен һуңынан ғына аңлай.
Салауат ҡалаһында борсоуға һалған был һуңғы йорт һаналған. Төбәктә барлығы торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусы кешеләр һаны 200-ҙән ашып киткән булған. Бөгөн уларҙың проблемаһы тулыһынса хәл ителгән. Калинин урамындағы һуңғы йорт хужалары әлеге ваҡытта ҡабул итеү һәм тапшырыу акттарына ҡул ҡуя. Яҡын көндәрҙә улар ремонт эштәренә тотонмаҡсы.
Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар проблемаһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Рәсәй 24» каналдарына биргән интервьюһында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та күтәрҙе. Бөгөн рәсми реестрҙа алданған 1 мең ярым самаһы кеше иҫәпләнә, тағы ла 6 меңенә хәүеф янай, тине төбәк етәксеһе.
Көндәр йылыныу менән Салауат ҡалаһындағы проблемалы йорттың эргә-тирәһе төҙөкләндерелер тип көтөлә. Шулай уҡ яҡын киләсәктә ҡалған ике подъез да файҙаланыуға тапшырыласаҡ.





