«Кибер Рәсәй» проекты Башҡорт дәүләт университетының урындағы филиалында старт алды.
Республиканың көньяҡ төбәгендә белем алыусы 120 студент һәм уҡыусы үҙҙәренең ысынбарлыҡтағы тәүге мобиль ҡушымтаһын төҙөйәсәк. Ул Android һәм IOS операция башҡарыу системалы смартфондарҙа эшләйәсәк. Сараның беренсе көнөндә йәштәр
өс үлсәүле графика менән танышты һәм Blender программаһында 3D модуль сығарырға өйрәнде. Тренингтың ғәмәли өлөшө өс көн дауам итә. Дәрестәрҙе «Кибер Рәсәй» федераль мәғариф проекты лидерҙары, йәғни виртуаль ысынбарлыҡ әйберҙәр төҙөү буйынса Мәскәү белгестәре үткәрә.





