Благовещен ҡалаһында һәр икенсе ир-егет балыҡсы

Күп кенә ғаилә башлыҡтары йылға-күл байлығы менән кәсеп итә, ә ҡайһы берҙәр ҡармаҡ ташлап тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итә. Ағиҙел йылғаһының ҡалаға яҡын булыуы ла был шөғөлдө спорт кимәленә тиклем үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр аса. Ҡалала алтынсы тапҡыр балыҡсылар фестивале үтте.

Был ятыуға балыҡ тотоу менән мауығыусылар иртәнге етелә үк килгән. Ҡатнашыусылар үҙе менән ҡармаҡ, бырау, махсус ҡумта һәм әлбиттә, ҡайнар сәй алған. Һәр кемдең күңелендә ярыш сәме, шуға ла команда ағзалары ярыштың шарттарына ярашлы еңеүгә мөмкин тиклем тос өлөш индерергә тырыша. Наил Искәндәров балыҡ тотоу менән ун йылға яҡын шөғөлләнә. Һәүәҫкәр балыҡсы коллекцияһында иң ҙур трофей 4 килограмлыҡ суртан.

Фестивалгә йыйылған балыҡсыларға һауа торошо ла ыңғай булды. Яҙғы аяҙ һәм ҡояш нурҙары иркәләгән көндө балыҡсылар айырыуса үҙ итә. Ә был команда тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына ойошторолған. Римма Яхонтова, Ольга Колядиналар балыҡ тотоуҙы ир-ат шөғөлө тип кенә һанамай. Былтыр көйәрмәндәр сифатында ҡатнашһалар, быйыл улар команда өсөн ярыша.

Ольга Колядина, балыҡсылар фестивалендә ҡатнашыусы: «Беҙҙең ойошмала күпселекте ир-егеттәр тәшкил итә. Улар был фестивалдә йыл һайын ҡатнаша. Тәҡдимгә коллегаларым менән ҡушҡуллап ризалаштыҡ».

Боҙ өҫтөндә беренселек өсөн ярышыусы балыҡсыларҙы ярҙа ҡайнар сәй, туҡлыҡлы һалдат бутҡаһы һәм тәмлекәстәр әҙерләп ашнаҡсылар көттө. Аҙ һүҙле, сабыр балыҡсылар һалдат бутҡаһын иң бәрәктле ризыҡ булараҡ тәғам ҡылды.

Ҡышҡы фестивалде ойоштороусылар мул бүләктәр әҙерләгән. Еңеүсе командаларға һәүәҫкәр балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ҡорамалдары һәм махсус бүләктәр ҙә тапшырылды. Март уртаһында ойошторолған фестиваль төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр эйәләрен берләштерҙе.

6-cы тапҡыр ойошторолған ҡышҡы балыҡ ҡармаҡлау фестивалендә 4 кешенән торған 28 команда көс һынашты. Ир-ат араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булыуы фестивалгә айырым биҙәк өҫтәне.

Авторы: Гүзәлиә Борханова