Башҡортостанда инвалидтар өсөн алты һайлау участкалары эшләй

Башҡортостанда, 18 мартта, насар күргән кешеләр өсөн алты махсус һайлау участкалары эшләп килә.

Рәсәй Президентын һайлауҙарында 267 486 һаулығы сикләнгән кеше ҡатнашасаҡ. Уларҙан 11 671 кешенең хәрәкәте сикләнгән: 8727 граждан кресло-коляскаларҙа ултыра, 2944 гражданға протез ҡуйылған. 5664 кеше күреү һәләтен, ә 10 057 кеше ишетеү һәләтен юғалтҡандар.

Һайлауҙар ойоштороусылары инвалидтар өсөн һайлау участкаларына 7975 маршрут төҙөгән.

Махсус һайлау участкалары Өфөлә (2 участок), Бәләбәйҙә (2 участок), Стәрлетамаҡта һәм Белоретта урынлашҡандар. Улар пандус һәм таянғыстар менән йыһазландырылған.