Балалар майҙансығындағы тамаша ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылауға арналған спектакль менән башланды. Актерҙар ҡасабала йәшәүсе төрлө һөнәр эйәләре. Үҙҙәре сценарий яҙып, костюмдар табып, урындағы халыҡты быйыл икенсе тапҡыр үҙенсәлекле сәхнәләштереүҙәре менән һоҡландыра. Спектаклдә ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа байтаҡ ине, тамаша барышында төрлө конкурстар ойошторолдо.
Майҙанға йыйылыусылар ҡайнар сәй, йылы ҡоймаҡ менән һыйланды. Балалар саф һауала уйнап күңел асты. Нуғайҙар 9 май - Бөйөк Еңеү һәм 1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә лә спектаклдәр ҡуймаҡсы. Ҡасабала йәшәүселәр ҡыҙыҡлы тамашаны көтөп ала, сөнки сәхнәләштереүҙәр үҙе бер ғаилә байрамына әйләнә.





