Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәйхана менән Миңлеғәле Хәсәновтарҙың юбилей кисәһе үтте

Улар ҡурай һәм бейеү сәнғәтенә хеҙмәт итеп тамашасы һөйөүен яулаған артистар. Стәрлетамаҡ ҡалаһы филармонияһы менән «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмөн ойоштороуҙа ла күп көс һала улар. Рәйхана менән Миңлеғәле Хәсәновтарҙың ижад багажында халыҡ яратып ҡабул иткән күп төрлө халыҡ ынйылары урын алған. Бигерәк тә, «Баҫа-баҫа, Рәйхана», «Тиррәкәйем», «Еңгә» кеүек музыкаль-хореографик композициялар Хәсәновтарҙың визит картаһы һанала.

Авторы: Азат Ғәлиуллин