Өфөлә «Тормош сәнғәте» Бөтә Рәсәй социаль реклама фестивале еңеүселәренең ижади эштәре менән танышырға мөмкин

«Медиагвардия» проекты ойошторған күргәҙмәлә кешелек һайлауы һөҙөмтәләре һүрәттәрҙә сағылдырылған.

Төп маҡсат - йәштәрҙең иғтибарын донъяны борсоған көнүҙәк проблемаларға йүнәлтеп, йәмғиәттә ыңғай үҙгәрештәр булдырыу мөмкинлектәрен күрһәтеү. Күргәҙмәне ойоштороусылар билдәләүенсә, ижади эштәр әүҙем гражданлыҡ позицияһын алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт тормош яҡлы, мәҙәниәтле булырға әйҙәй. Ил кимәлендә ойошторолған социаль реклама бәйгеһендә былтыр Өфөнән Рина Стрелецкая ла уңышлы сығыш яһай. 23 йәшлек яҡташыбыҙ донорлыҡты популярлаштырыу һәм эскелеккә ҡаршы ижади эштәрен тәҡдим итеп еңеүгә лайыҡ булған.

Дилара Рахманғолова, күргәҙмәне ойоштороусы: «Күргәҙмәләге эштәргә ҡарап ҡыуанам. Арабыҙҙа һәләтле йәштәр күп. Улар бәхетле киләсәк төҙөй. «Тормош сәнғәте» фестивалендә ҡатнашыусылар беҙҙе социаль селтәрҙән, интернеттан айырып, ысынбарлыҡта йәшәргә, татыу ғаилә, яратҡан шөғөл табырға саҡыра».

Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Йәштәр ҡағыҙ, таҫма, бисерҙан матурлыҡ тыуҙырырға, һүрәт төшөрөргә өйрәнде. Бынан тыш, сара сиктәрендә теләгән һәр кем киләһе быуынға үҙенең теләктәрен дә ҡалдырҙы. Хаттар быйыл үтәсәк «Тормош сәнғәте» фестивалендә уҡыласаҡ.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина