Бөгөн Рәсәй халҡы ил президенты өсөн тауыш бирә

Иртәнге сәғәт 8-ҙә Башҡортостанда 3 мең 436 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты. Һайлаусылар һаны - 3 миллион 43 мең ярым. Республикала 3 миллион 68 меңлдән ашыу бюллетень баҫтырылған. Улар рус, рус- башҡорт һәм рус-татар телдәрендә. Уларҙы теләгән һәр кем үҙ телендәге бюллетенды алырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ электрон урналар өсөн 349 мең самаһы бланк әҙерләнгән. Ҡала һәм райондарҙа тауыштарҙы һанау өсөн 181 участкала бюллетендәрҙа комплекслы эшкәртеү комплекстпары урынлаштырылған. Өфө ҡалаһының һәм райоынының дүрт тиҫтәгә яҡын һайлау учкасткаһында яңы быуын КОИБ-тары ҡулланыла. Бөгөн һайлау учкасткаларында күҙәтеүселәрҙең һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре күпләй п эшләй. Шулай уҡ ОБСЕ миссияһы күҙәтеүселәре- Швейцария менән Финляндия вәкилдәре лә килгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты вазифаһына 8 кандидат дәғүә итә. Улар «Рәсәй дөйөм халыҡ союзы» йәмәғәт ойошмаһы - сәйәси партияһынан.

Сергей Бабурин, коммунистар партияһынан Павел Грудинин, Либерал-демократтарҙан Владимир Жириновский, үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе Владимир Путин, «Гражданлыҡ инициативаһы» бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан Ксения Собчак, Рәсәй коммунистары коммунистик партиянан Максим Сурайкин, «Үҙеш партияһы»нан Борис Титов һәм «Яблоко» Рәсәй берләшкән демократик партияһынан Григорий Явлинский.

Авторы: Илдар Байбулатов