Башҡортостанда яңы КОИБ-тар ҡулланыла

Өфө ҡалаһының 33, Өфө районының 5 һайлау участкаһында яңы КОИБ-тар ҡуйылған. КОИБ – һайлау бюллетендәрен эшкәртеү буйынса яңы аппарат. Ул документтарҙы ҡабул иткәндән һуң QR кодлы протокол сығара, унда индерелгән һәм боҙолған бюллетен иҫәбе лә яҙыла.

Шулай уҡ, комплекс төрлө кандидаттарға бирелгән тауыштар һанын да иҫәпләй. Алған мәғлүмәтте һайлау комиссияһы белгестәре "ГАС Выборы" системаһына индерә, был осраҡта һәр бюллетенде ҡулдан һанап ултырырға кәрәкмәй.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы КОИБ-тар ҡулланыла
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ