Төбәктең 3147 һанлы һайлау участкаһы билдәләнгән ваҡыттан ике сәғәткә алда асылды. Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге мөрәжәғәте нигеҙендә участка таңғы алтыла эш башлай. Сменаһы тура килгән таусылар шахтаға гражданлыҡ бурыстарын үтәп төшкән.
Әлфиә Ғәйфуллина, Учалы районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе: «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре беҙҙең территориаль һайлау комиссияһына рәсми хат менән мөрәжәғәт итте. Уларҙың эш сәғәте һайлау ваҡытына тура килеү сәбәпле, һайлау участкаларына килә алмауын белдерҙе. Ошоға бәйле Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы комбинат мөрәжәғәте нигеҙендә Учалы ҡалаһының бер участкаһын ваҡытынан алдан асыу ҡарарын сығарҙы».





