Өфөнөң 185-се һайлау участкаһына халыҡ һигеҙ тулмаҫ элек шығырым ине

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан гимндары менән рәсми асылғандан һуң улар участкаға үтте. Беренселәрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтеүселәр Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы бүләктәрен дә алды. Шулай уҡ тәүге тапҡыр һайлаусылар юҡ түгел. Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары күпләп килде. Улар киноға билет отто.

Һайлау участкаһында 4 күҙәтеүсе эшләй. Улар һәр сәйәси партиянан тыш, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла бар. Рәсәй Президентын һайлау көнөндә улар тәүге тапҡыр сараға йәлеп ителгән.

Авторы: Азат Ғәлиуллин