Быйыл Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы һәм йәмәғәт палатаһы араһында килешеү төҙөлдө

Уға ярашлы, бөгөнгө һайлауҙарҙа ун меңгә яҡын йәмәғәт күҙәтесеһе ҡатнаша. Уларҙың төп маҡсаты - һайлауҙарҙы лигитим һәм демократик шарттарҙа үтеүен күҙәтеү. Бынан тыш, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы республика журналистар союзы һәм йәмәғәт күҙәтеү тарафынан ҙур матбуғат үҙәге ойошторҙо.

Авторы: Зөлфиә Рәхмәтуллина