Рәсәй Президентын һайлау барышы тураһында бар мәғлүмәттәр «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында эшләүсе йәмәғәт матбуғат үҙәгенә ағыла

Ул бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды һәм 19 мартта иртәнге 7-лә ябыла. Сәғәт һайын эксперттар тауыш биреү барышына комментирийҙар бирәсәк һәм килгән дәғүәләрҙе тикшерә. Йәмәғәт күҙәтеүе буйынса колл-үҙәктең ҡыҙыу бәйләнеш телефонына шылтыратыу өсөн 280-95-43 һандарын йыйырға мөмкин. Ҡаланың коды 347. Шылтыратыуҙар күп каналлы режимда тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.

Фото №1 - Рәсәй Президентын һайлау барышы тураһында бар мәғлүмәттәр «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында эшләүсе йәмәғәт матбуғат үҙәгенә ағыла

Шулай уҡ бөгөн киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш биреү мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарға Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары яуап бирергә әҙер. Телефоны - 8 800 347 5454

Авторы: Илдар Байбулатов

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ