ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президентына кандидат, дәүләтебеҙҙең ғәмәлдәге башлығы Владимир Путин гражданлыҡ бурысын Мәскәүҙең Косыгин урамында, Рәсәй Фәндәр академияһы бинаһында урынлашҡан 2151-се һайлау участкаһында үтәне. Дәүләт башлығы килгән мәлдә һайлаусылар өсөн һайлау участкаһына инеү сикләнмәгән. Билдәләнеүенсә, был участкала Владимир Путин тәүге тапҡыр ғына тауыш бирмәй. 2012 йылдың 4 мартында үткән Рәсәй Президенты һайлауында ла ил башлығы үҙенең гражданлыҡ бурысын тап ошонда үтәгәйне.





