Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе

Башҡортостан башлығы «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» буйынса рейтинг тауыш биреүендә лә ҡатнашты. Непейцев дедропаркы өсөн тауыш бирҙем, сөнки бөгөн кешеләргә күркәм ял итеү урындары кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов.

Был һайлау участкаһы яңы коиб ҡуйылған залдарҙың береһе. Заманса иҫәпләү ҡоролмаһы башҡаланың 33, Өфө районының 5 һайлау участкаһында урынлаштырылған. Бюллетень иҫәпләү ҡоролмаһын алдап булмай, ул сит бюллетендәрҙе лә, эшлектән сыҡҡандарҙы ла ҡабул итмәй. Һаҡланыу саралары элеккеләренән күпкә юғары.

Коибтар менән өлкән быуын вәкилдәре бигүк ҡуллана белмәй, шуға аппараттар янына махсус кешеләр ҡуйылған. Ә бына йәштәр бар яңылыҡтарҙы ла ҡыуанып ҡабул итә. 109-сы һайлау участкаһына 2 мең 764 кеше беркетелгән, уларҙың 40 конституцион хоҡуғы менән тәүге тапҡыр файҙалана, йәғни 18 йәшен тултырып беренсегә һайлай. Улар өсөн бүләктәр әҙерләнгән. Республика башлығы ла ошо һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәне. Халыҡтың сәйәси үҙаңы үҫешә, һайлау тыныс шарттарҙа үтә, тине Рөстәм Хәмитов.

Ошо уҡ һайлау участкаһында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тауыш бирҙе. Улар фекеренсә, беҙ һайлауҙа ҡатнашып Рәсәйҙең киләсәген билдәләйбеҙ.

Һайлау участкаһы иртәнге сәғәт һигеҙҙә генә эшләй башлаһа ла алдан уҡ килеп көтөп тороусылар ҙа бар. Был бурысҡа бигерәк тә оло быуын вәкилдәре яуаплы ҡарай. Улар өсөн һайлау сәйәси компания ғына түгел, тыуған ер яҙмышы, киләсәк өсөн яуаплылыҡ, бөйөк илдең бер тамсыһы булыуҙы тойоп йәшәү.

Һайлау участкаһында сәйәси партияларҙың һәм сит илдәрҙән күҙәтеүселәр эшләй. Тауыш биреүселәргә теләк буйынса рус, башҡорт, татар телендәге бюллетендәр тәҡдим ителә. Участка ағзалары әйтеүенсә, халыҡтың әүҙемлеге юғары, гражданлыҡ бурысын киске һигеҙгә тиклем үтәргә мөмкин.

Үҙҙәрен тауыш биреү урынын белеп етмәүселәр мәғлүмәтте үҙәк һайлау комиссияһына шылытыратып асыҡлай ала.

Авторы: Рәмзиә Кәримова