Өфөлә транзит пассажирҙар гражданлыҡ бурысын 425 -се һайлау участкаһында үтәй ала

Шулай уҡ паспортында теркәү урыны булмағандар Посад урамындағы 26-сы йортта тауыш бирә. Ил президентын һайлауҙа ҡатнашырға аҫарбаҡтар ҙа теләк белдергән.

Транзит пассажирҙар ситтә һайлау мөмкинлеге биргән ғариза буйынса килә. Бының өсөн улар 13 марттан һуң үҙҙәре йәшәгән өлкәлә махсус бланктарҙа махсус маркалы ғариза тултырған. Вокзалдағы 425-се һайлау участкаһында тимер юлы хеҙмәткәрҙәре лә тауыш бирә.

Паспортында бер ерҙә лә теркәү урыны булмаған граждандар Өфөнөң Посад урамындағы 26 йортта һайлай. Участкала Киров районы буйынса 1300-ҙән ашыу кеше теркәлгән. Ике сәғәт эсендә генә 200-ҙән ашыу кеше тауыш биреп өлгөргән. Халыҡ әүҙем. Мөһим сарала һәр кем үҙ ихтыяры менән ҡатнаша.

119-сы һайлау участкаһынан мобиль бригада аҫарбаҡтар йәшәгән приютҡа юлланасаҡ. Унда йәшәүсе 26 кеше лә ил президентын һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдергән.

Участкала 14 күҙәтеүсе эшләй, шулай уҡ бында ике видеокүҙәтеү ҡоролмаһы урынлашҡан. Һайлау участкаһы киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева