Һайлау һөҙөмтәһенә Рәсәйҙең, республиканың йылдам үҫеше, именлеге, абруйы бәйле

Был турала Башҡортостан Башлығы бөгөн гражданлыҡ бурысын үтәгән мәлдә белдерҙе. Рөстәм Хәмитов һайлау участкаһына тормош иптәше Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы менән килде. Ошонда уҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тауыш бирҙе. «Башҡортостан» концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһы яңы Коибтар ҡуйылған урындарҙың береһе. Бюллетендәрҙе иҫәпләү ҡоролмалары нисә кеше тауыш биргәнен шунда уҡ күрһәтеп бара.

Заманса дизайн, клавиатура урынына сенсор экран. Үҙе һөйләшә, аңлата, яңылыш ҡуйһаң ҡабул итмәй. 109-сы һайлау участкаһы яңы коиб ҡуйылған залдарҙың береһе, заманса иҫәпләү ҡоролмаһы баш ҡаланың 33, Өфө районының 5 һайлау участкаһында урынлаштырылған. Бюллетень иҫәпләү ҡоролмаһын алдап булмай, ул сит бюллетендәрҙе лә, эшлектән сыҡҡандарҙы ла ҡабул итмәй. Ҡағыҙҙы уртаға бөкләргә лә ярамай. Һаҡланыу саралары элеккеләренән күпкә юғары.

Яңы иҫәпләү ҡоролмаһына электр уты өҙөлөүе лә ҡурҡыныс түгел, ул бер сәғтәкә яҡын аккумуляторҙар ярҙамында ла эшләй ала. Был ваҡыт эсендә ток бирелмәһә ябай сымдар ҡулланырға мөмкин. Ә иң мөһиме тауыш биреү һөҙөмтәләре куар код рәүешендә баҫтырылып сығара, был протоколдарҙы иҫәпләү мәлен ҡыҫҡарта. Сафтан сыҡҡан электрон ҡумтаны артабан ябай тауыш биреү йәшниге итеп тотонорға була.

Коибтар менән өлкән быуын вәкилдәре бигүк ҡуллана белмәй, шуға аппараттар янына махсус кешеләр ҡуйылған. Ә бына йәштәр бар яңылыҡтарҙы ла ҡыуанып ҡабул итә. 109-сы һайлау участкаһына 2764 тауыш биреүсе беркетелгән, уларҙың 242-һе ғариза буйынса килгән, йәғни күп функциялы үҙәктәр, дәүләт хеҙмәттәре аша теркәләү үткән. Ә бына 40 кеше конституцион хоҡуғы менән тәүге тапҡыр файҙалана, йәғни 18 йәшен тултырып беренсегә һайлай. Улар өсөн бүләктәр әҙерләнгән. Республика Башлығы ла ошо һайлау участкаһында иртәнге сәғәт 11-ҙә үк гражданлыҡ бурысын үтәне. Халыҡтың ихтыярына илдең, Башҡортостандың киләсәге бәйле, тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы ошонда уҡ федераль проект өсөн тауыш бирҙе. «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһына эләгергә 10 объект дәғүә итә. Рөстәм Хәмитов Непейцев дендропаркына өҫтөнлөк бирҙе, сөнки Өфөлә күркәм ял урындарына ихтыяж ҙур. Ошо уҡ һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та үтәне, һайлау илдең лайыҡлы киләсәге өсөн тауыш биреү, тине ул.

Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов һайлауға ейәндәре менән килгән. Балалар бәләкәй саҡтан тыуған ил яҙмышы, киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойорға, аңлап, белеп, күреп үҫергә тейеш, тигән фекерҙә Хөкүмәт рәйесе.

Һайлау участкаһында сит илдәрҙән дә, сәйәси фирҡәләрҙән дә күҙәтеүселәр эшләй. Халыҡ-ара күҙәтеүсе Эрол Угурлу бөгөн бер нисә тауыш биреү участкаһын йөрөп сыҡҡан. Төркиә ҡунағы фекеренсә, сәйәси компания барышы донъяуи кимәлдәге талаптарға тура килә.

Эрол Угурлу, берләшкән милләттәр ойошмаһы күҙәтеүсеһе (Төркиә): «Беҙ Өфөгә кисә үк килдек, һайлау тураһында бик күп кеше менән аралашырға өлгөрҙөк. Әлегә тиклем бер генә ялыу ҙа ишетмәнек. Халыҡ һайлауға үҙ ирке менән килә, кәйефтәре байрамса булыуы күңелгә ятты».

Башҡортостан һайлау участкалары иҫәбе буйынса илдә иң алдынғылар иҫәбендә, республикала 3 мең ярымға яҡын тауыш биреү урыны иҫәпләнә. Участка ағзалары йәмәғәтселектең әүҙемлеге юғары, кәйефе күтәренке булыуын да билдәләй. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре был бурысҡа яуаплы ҡарай. Улар араһында участка асылғанын килеп көтөп тороусылар ҙа бар. Һайлау сәйәси компания ғына түгел, тыуған ер яҙмышы, киләсәк өсөн яуаплылыҡ, бөйөк илдең бер тамсыһы булыуҙы тойоп йәшәү үҙе бер күңел байрамы, ти улар.

Авторы: Рәмзиә Кәримова