Һайлау барышында сит илдән килгән күҙәтеүселәр ҙә эшләй

Һайлау участкаларында Финляндия, Швеция һәм Мексиканан килгән күҙәтеүселәр ҙә бар. Европалағы хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма ағзалары Башҡорт дәүләт университетында урынлашҡан һайлау участкаларында ла булды. 103-сө һайлау участкаһында ике меңдән ашыу кеше теркәлгән. Йәштәр әүҙемлек күрһәтә. Өлкәндәргә һәм балаларға һайлау комиссияһы ағзалары бүләктәр - төрлө тәмлекәстәр һәм паспорт тышлығы тапшыра. Мөһим кампанияла ҡатнашыусылар концерт та ҡараны. Улар алдында сәхнә йондоҙҙары, университеттың «Йәнгүзәл» фольклор ансамбле сығыш яһаны.

Төшкә тиклем бында 900 һайлаусы гражданлыҡ бурысын үтәһә, киске алтынан һуң һайлаусыларҙың тағы күпләп килеүе көтөлә. Граждандарға бюллетендәр өс - рус, башҡорт һәм татар телендә тәҡдим ителә.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева