Янғын һүндереүселәр эш урынында тауыш бирҙе

Өфөнөң Киров районы буйынса 4-се янғын һүндереүселәр часында бер юлы ике һайлау участкаһы урынлашҡан. Унда тиҫтәләп ҡотҡарыусы гражданлыҡ бурысын үтәне. Шулай уҡ бөгөн йәшәү урынынан ваҡытлыса ситтә булған граждандар өсөн дә тауыш биреү мөмкинлектәре тыуҙырылған. Дауалау учреждениелары, шифаханаларҙан тыш, тикшереү изоляторҙарында ла һайлау участкалары эшләй.

Янғынды ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндереп, ҡотҡарыусылар частҡа ҡайтты. Бөгөн тәүлек әйләнәһенә улар дежурҙа, ҡаланың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы. Эш сәғәтенең һәр секунды ҡәҙерле, тағы ла ут менән көрәшкә саҡырыуҙары ихтимал. Шуға хеҙмәткәрҙәр иртә менән урындағы һайлау участкаһына юлланды. Өфөнөң 4-се янғын часында тауыш биреү мөмкинлеге хеҙмәткәрҙәргә генә түгел, яҡын-тирәлә йәшәүселәр өсөн дә булдырылған. Бында ла талаптар ҡәтғи, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған, күҙәтеүселәр эшләй. Янғын һүндереү машинаһы водителе Алмаз Хәмитов та бюллетенға билдә ҡуйып, Рәсәйҙең киләсәктә лә үҫеш юлында булырына ышанысын белдерҙе.

Бөгөн ваҡытлыса ситтә булған граждандар ҙа тауыш бирә ала.

Башҡортостандың һайлау участкалары шулай уҡ өс тикшереү изоляторында урынлашҡан. Өфө, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында енәйәт эштәрендә ғәйепләнеүсе ике меңгә яҡын кеше ил президентын һайлау хоҡуғына эйә.

Тимер рәшәткә артына эләгеүселәр араһында тәүге тапҡыр һайлауға килеүселәр ҙә бар. Һәр кем үҙ теләге буйынса йәшерен тауыш биреүҙә ҡатнашты. Бюллетень тултырырға уларҙы берәмләп индерҙеләр. Баш ҡалалағы СИЗО-ла тикшереү аҫтындағылар бюллетендәрҙе махсус йыһазландырылған ике бүлмәлә тултырҙы. Тикшереү изоляторында барлығы өс йөҙҙән ашыу кеше эшләй, улар өсөн айырым участка билдәләнгәйне. Коллектив ил президентын һайлауҙа әүҙемлек күрһәтә.

Тикшереү изоляторы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, сәйәси кампанияла ҡатнашыу яуаплы йөкләмә. Илдең киләсәге, социаль-иҡтисади үҫеш юлдары билдәләнә.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина