Исемлектә - Непейцев дендропаркы, Дим, Яҡутов, Ҡашҡаҙан, Беренсе май, «Нефтехимик» паркттары бар. Шулай уҡ бюллетендә «Тулҡын», «Таш йылға» скверҙары, Максим Рыльский урамы, Өфөнөң йылға буйы өсөн дә билдә ҡуйырға була. Объекттарҙың дизайн проекттары менән 300-гә яҡын һайлау участкаһында танышырға була. Иң күп тауыш алған биләмәләр быйыл төҙөкләндереләсәк, бының өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә. Рейтинг һөҙөмтәләре 25 мартта иғлан ителә.





