Рәсәй Президенты һайлауында республика төбәктәре юғары әүҙемлек күрһәтә

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы сәркәтибе Марина Долматова белдереүенсә, көндөҙгө икегә электорат вәкилдәренең 900 меңгә яҡыны тауыш биреп өлгөрҙө. Айырыуса ауыл ерендә һайлаусылар участкаларға иртәнге сәғәттәрҙән үк ағыды.

ЛТТ Әлеге ваҡытта беҙ район үҙәгенең №3204 се һайлау участкаһында. Һайлау комиссияһынынан алынған һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, тәүге сәғәттә халыҡтың 13 проценты тауыш биргән. Хәйбуллалар ғәҙәттәгесә, юғары әүҙемлек күрһәтә.

Күреүегеҙсә, был һайлау участкаһында һайлау ҡағыҙҙарын эшкәртеү комплексы урынлаштырылған. Бындай ҡоролмалар районда бөтәһе өсәү. Дөйөм алғанда, районда бөгөн алтмыш һайлау участкаһы эшләй. Һайлау хоҡуҡтарын 312-се һайлау комиссиялары ағзалары тәъмин итә. Хәйбулла районы буйынса 23391 һайлаусының ике йөҙҙән ашыуы быйыл беренсе тапҡыр үҙ тауышын бирә. Ә бына иң оло һайлаусыға ике 104 йәш туласаҡ.

Авторы: Фәнилә Бәширова