Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов та үҙенең гражданлыҡ бурысын Асҡарҙа үтәне. Һуңынан ул халыҡты ҡабул итте. Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһында ике КОИБ ҡуйылған. Комиссия ағзалары тәүге тапҡыр тауыш биреүсе йәштәргә бүләктәр тапшырҙы.
Ә Сибайҙа һайлаусылар һаны 43 мең ярым тирәһе, улар ҡаланың 23 участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәй. Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Сибайҙа тауыш биреп, артабан Баймаҡ һайлау участкалары буйлап йөрөп сыҡҡан. Халыҡ һайланыусыһы билдәләүенсә, Урал аръяғында йәшәүселәр ил киләсәген билдәләүҙә әүҙемлек күрһәтә.
Ә Яңауыл районында Рәсәй Президентын һайлау 48 участкала, шул иҫәптән уларҙың 15-е ҡалала үтә. Сәйәси һайлау кампанияһына барлығы 340 һайлау комиссияһы ағзаһы йәлеп ителгән. Төбәктә тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәүселәр 272 кеше. Яңауыл районында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү өсөн 4 комплекс эшләне.
Дәүләкән ҡалаһындағы 1713-се һайлау участкаһында йәштәргә ҡарағанда, оло йәштәгеләр күберәк булыуы күҙәтелә. Комиссия рәйесе белдереүенсә, ҡағиҙә боҙоусылар күҙәтелмәй. Ҡаланың башҡорт гимназияһында урынлашҡан һайлау участкаһында музей ҙа эшләй. Конституция алдындағы бурысын үтәүселәр шунда уҡ 1980-се йылдарҙа асылған бай йөкмәткеле музей менән таныша ала.





