«Ҡырым беҙҙеке!»

Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда ошо исем аҫтында митинг-концерт уҙҙы. Сәхнәлә Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдин кеүек танылған эстрада йондоҙҙары, ижади коллективтар сығыш яһаны.

Һауа шарттарына ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев майҙаны халыҡ менән шығырым тулы. Берәүҙәр яратҡан йырсыларын күрергә, икенселәр гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә, ә өсөнсөләр Аҙнабаевтар ғаиләһе кеүек ял көнөндә күңел асырға тип сыҡҡан.

Йәштәр, оло быуын вәкилдәренең ҡулдарында байраҡ, төрлө девиздар яҙылған плакаттар... «Ҡырым беҙҙеке!» тип аталған концерт быйыл да дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен һәм төрлө һөнәр эйәләрен бер майҙанға йыйҙы.

Ысынлап та, асыҡ һауала барған концертта башлыса тыуған ил, дуҫлыҡ, Ватан, берҙәмлек хаҡында йырҙар яңғыраны. Теләктәшлек акцияһына килгән һәр кемде илһөйәрлек тойғолары берләштерҙе.

Акция Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына дүрт йыл тулыуға арналды. Башҡортостан менән Ҡырым араһындағы бәйләнеш тарих төпкөлөнә барып тоташыуы билдәле. Ике тапҡыр Советтар союзы геройы Муса Гәрәевтың тиңһеҙ батырлыҡтары тап Ҡырым ерендә ҡылынған. Шуға ла күптәр ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуына ҡыуанып бөтә алмай.

Башҡортостандың Ҡырым һәм Севастополь халҡына теләктәшлек митингы йылдағыса меңәрләгән кешене йыйҙы. Халыҡтың күпләп килеүе берҙәмлектә көс икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.